ТЕЛ- ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ РУХИ БАЙЛЫҒЫ

2022 йылдың 23 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа “БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ” халыҡ-ара белем биреү акцияһы уҙғарылды.

Акцияның маҡсаты – киң йәмәғәтселектең башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү, башҡорт телен Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһы субъектарында һәм сит илдәрҙә танытыу һәм популярлаштырыу.

Башҡортостан  юлдаш телевидениеһы, Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Телеграм-каналда диктант тексын тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаев уҡыны. Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе Мирас Рәшит улы Ишдәүләтов. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған ҡатнашыусылар өсөн — М. Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева.

Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы студенттары һәм уҡытыусылары был акцияға әүҙем ҡушылды.

Сохранить себе на страницу в соц.сетях